Главная » Файлы » Мои файлы

Халыҡ хәтерендә Ҡаһым түрә!.
01.02.2017, 19:46

Алып барыусы уҡытыусы:

      Һеҙҙең иғтибарығыҙға 1812 йылғы Ватан  һуғышының  200 арналған  Халыҡ  күңелендә Ҡаһым түрә!  тигән әҙәби-музыкаль композиция.

    Сәхнәлә Федоровка 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары башҡарыуында Төньяҡ  амурҙары  бейеүе.  Француздар башҡорт  атлыларын уҡ һәм йәйә менән оҫта һуғышҡандары өсөн  Төньяҡ амурҙары тип атайҙар. Наполеон менән һуғышта ҡатнашҡан башҡорт атлыларын данлай был бейеу. Шәп һәм етеҙ хәрәкәтләнгән бейеуселәр сәхнәгә килеп сығыу менән , куҙ алдына  яу яланы килеп баҫа .Бейеуҙең, төп геройы –халыҡ .Был бейеу халыҡтың патриотик асылына , батырлығына һәйкәл ул.

( Малайҙар бейеп бөтөп, һөңгөләрен өҫкә кутэреп, диагональ эшләп теҙелеп  баҫалар .

         Талғын ғына кой дауам итә. Сәхнәгә һул яҡтан Алина ,Лиана , уң яҡтан  Рания , Әлфиә сығалар. Самат ҡыҙҙарҙың уртаһына баҫа. Башҡа малайҙар  ҡалҡан , һөңгөләрен тотоп ярым туңәрәк яһайҙар .)

 

Алина:Алыҫтарҙан ағарып , ай, куренгән

Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.

              Ҡайҙа  ғына бармай ,ниҙәр курмәй ,

              Ир –егеткәй менән атбашы.

Самат:Менгән генә атым ,ай, кир булыр ,

              Тиберенгеһе уның тир булыр .

Атҡа  менеп ,яуҙы ҡыуған

               Уҙ илендә данлы ир булыр .

Лиана :Борон –борондан башҡорт яугирҙары Рәсәйҙе сит ил баҫҡынсыларынан Һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Уҫеп буй еткәс, егет кеше ҡулына ҡорал алып, ил сигенә киткән.

Рания:XVI быуаттан уҡ башҡорттар хәрби хеҙмәткә йәлеп ителә. Уларға Рус дәуләтенең Көнсығыш сиктәрен һаҡлау бурысы йөкмәтелә.

Әлфиә: 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихында башҡор    Һыбайлылары айырыуса яҡты эҙ калдыра. Улар  Тыуған илде Наполеон баҫҡынсыларынан   Һаҡлап калыуҙы уҙенең изге бурысы итеп һанай.

Алина: Һөйөклө тыуған Ватанды!

             Юҡ, бирмәйбеҙ дошманға ! –тип

             Ант итеп бәһлеүәндәр

             Күтәрелгән ҙур яуға.

Әлфиә: Һай, айбарлы баһадирҙар,

              Ни генә кисермәгән,

              Ҡайғыһы баштан ашһа ла

             Рухын һис төшөрмәгән.

Рания: Көрәшкән… Еңгән… Яуыздың

             Күккә осорған көлөн…

             Һәм, тыуған ерҙе ҡотайтып,

             Ҡөҙрәтле иткән илен.

Самат: 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ҡатнаша.                      Стәрлетамаҡ өйәҙендә 3 полк төҙөлә: 2-се, 12-се, 13-сө. Архив документтарын билдәле булыуынса беҙҙең райондан да Ватан һуғышында ҡатнашыусылар бар.

Самат:Алтынғужа Рәхимов, Бала Сытырман ауылы.

Илгиз: Фәйзулла Мөхәмәтғәлиев, Бала Сытырман ауылы.

Альмир: Ҡотгилде Иҫәнғолов, Бала Сытырман ауылы.

Рүфәт: Таһир Хөсәйенов, Балыҡлы ауылы.

Сережа: Күсебай Тәтегәсев, Балыҡлы ауылы.

Данил: Әбделсәлих  Әбдрәшитов, Ҡораласыҡ ауылы.

Кирилл: Ҡорбанғәли  Әйетов, Ҡораласыҡ ауылы.

Максим: Хөсәйен Хәлиуллин, Әтәс ауылы.

Айбулат: Мөхәмәтғариф Әбделфәизов, Әтәс ауылы.

Илья: Татлығужа Күсәбаев, Батыр ауылы.

Алина: Париж ҡапҡаларын асып инерлек егеттәр, ил азатлығы өсөн йәнен           аямай яуға ташланыусы батырҙар халыҡ күңелендә мәңге йәшәр.

Лиана: Ошо һуғышта башҡорттарҙың башлығы Ҡаһым түрә – халҡыбыҙҙың даны һәм ғорурлығы.

Самат: Кем булған ул халҡыбыҙҙың батыры Ҡаһым түрә.

Рания: Ҡаһым Мырҙашев Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылында 1778 йылда тыуған.

Әлфиә: 33 йәшлек Ҡаһым Мырҙашев һуғышҡа йөҙ башы чинында китә. Ул аҡыллы, талантлы, ҡурҡыу белмәҫ командир була һәм йөҙ башынан полк командирына тиклем күтәрелә.

Алина: Беҙҙең Ҡаһым түрә, уттар ярып,

              Еңеү менән данлы юл үтте,

              Ил күҙәтте уны, таңға ҡалып

              Баҫҡан саҡта ул ер һелкетте.

(Алып барыусылар ситкә китә, уртаға Ҡаһым түрә ролен башҡарыусы Айбулат сығып баҫа, 3 тапҡыр тыпырлатып баҫа ла һөңгөһөн өҫкә күтәреп:

Айбулат: Башҡорттарым! Әйҙәгеҙ, яуға! – тип ҡысҡыра.

(Малайҙар парлашып, һөңгөләр менән һуғышып бейейҙәр ҙә, кире урындарына баҫалар.)

Айбулат:

 

Уралымдың терәге

                 Ҙур илемдең йөрәге

                 Мәскәү тигән ҡалаға

                 Дошман ҡулын һуҙғанда

                 Илде һаҡлап батырҙар

                 Ҡан дарьяла йөҙгәндә

                 Илем һайлап, данлашып,

                 Мине Ҡорбаш ҡылғанда

                 Ил дошманын ҡыйрат, тип

                 Ил намыҫын биргәндә

                 Ил намыҫын һаҡламай,

                 Илдең йөҙөн аҡламай

                 Дошманыма яу сапмай

Дошман яуын ҡайтармай

                 Илгә аяҡ баҫмамын

                 Ҡаһым батыр булмамын!

 

Айбулат: Әйҙәгеҙ, бөркөттәрем,ял итеп алайыҡ.

(Малайҙар тубыҡтарына ултырып торалар.)

Айбулат: Хәтерегеҙҙәме, ҡуш йөрәкле Ҡотдос батыр-Кутузов бик ҡаты алыштан һуң мине үҙенә саҡырып алды ла: Любезные вы мои башкирцы, хорошо сражаетесь, молодцы! тип маҡтаны. Полкка ҡайтып Ҡотдос батырҙың һүҙҙәрен еткергәс, Байыҡ сәсән Любизар тигән йыр сығарҙы. Егеттәр, йырлайыҡ әле шул йырҙы.

      (Баянда уйнап, Любизар йыры башҡарыла.)

Француздар килеп ингән

Мәскәү тигән ҡалаға.

Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас

Сығып ҡасты далаға.

             Любезники, любизар

             Маладис, маладис.

Мәскәүгә лә керҙек беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ.

Француздарҙы еңгәндә

Ер емереп йөрөнөк беҙ.

             Любезники, любизар

             Маладис, маладис.

Айбулат: Рәхмәт, һынатманыҡ, туғандар,

                  Ил онотмаҫ киләсәктә беҙҙе

                  Ғорур йырға ҡушып йырларҙар.

            (Бер ҡыҙ батмусҡа һалып, миҙалдар сығара.)

Илгиз: Ҡаһым ағай, һин беҙгә хәрби оҫталығың өсөн алған миҙалдарыңды күрһәт әле.

Айбулат: Бына ул миҙалдар!

Альмир: Парижды алған өсөн! 1812 йылғы һуғыш иҫтәлеге! Тағып ебәр булмаһа! Афарин, беҙҙең түрә!

Илгиз:Һай, азамат арыҫлан да

              Яуҙа дошман айҡаған.

              Йөҙҙәрендә нуры балҡый,

              Күп ерҙәрҙе байҡаған.

Бөтәһе бергә:

              Ҡаһым батыр, Айыусыла тыуып,

               Ашҡаҙарҙың һыуын эскәнһең

Йәнебеҙгә иман булып инеп

               Сал тарихыбыҙға күскәнһең.

                                (Шаршау ябыла.)

Категория: Мои файлы | Добавил: tukbaevae
Просмотров: 664 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar